«Башавтотранс» «Алға» картаһы буйынса юл хаҡын арттыра

«Башавтотранс» 2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә йәмәғәт транспортында «Алға» транспортной картаһы менән түләгәндәр өсөн юл хаҡы күтәрә.

Билет хаҡы транспорт картаһы буйынса бер һумға артып 24 һум тәшкил иәтәсәк.

Банк картаһы йәиһә ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә юл хаҡы үҙгәрешһеҙ —  29 һум - ҡала.

Ҡала-ара маршруттар рәтендә лә юл хаҡының артыуы көтөлә.

Юл хаҡына ҡағылышлы тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе пассажир ташыусының рәсми сайтында йәиһә «Алға»ның ҡыҙыу линия телефондары аша белешергә мөмкин.

Өфөлә йәмәғәт транспортында юл хаҡы һуңғы тапҡыр 2021 йылдың 1 мартында күтәрелгәйне.