Башҡортостандың бизнес-омбудсмены республикала QR-кодтарҙы бөтөрөргә тәҡдим итә

Был инициатива менән Башҡортостандың бизнес–омбудсмены Флүр Әсәҙуллин 2022 йылдың башында сығыш яһарға йыйына. Был хаҡта ул «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Флүр Әсәҙуллин журналистарға әлеге ваҡытта илдең QR-кодтар бөтөрөлгән башҡа төбәктәре бизнес-омбудсмендары менән һөйләшеүҙәр барыуы, мәғлүмәт тупланыуы тураһында һөйләне.

«QR-код талап итеү тәртибе бөгөнгә Белгород, Калининград өлкәләре, Приморьела һәм тағы ла бер нисә төбәктә ғәмәлдән сығарылған. Мин бар тупланған мәғлүмәтте төбәк етәкселегенә еткерергә әҙерләнәм, әгәр ҙә беҙҙә “омикрон” булмаһа мин Башҡортостанда QR-кодтарҙан баш тартыу яҡлы», — тине бизнес-омбудсмен.

Был ҡарарға бер нисә сәбәп бар – беренсенән, Рәсәй төбәктәренең бер нисәһе QR-кодтарҙан баш тартты, икенсенән, Башҡортостанда ритейл өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен вакциналауға бәйле яңы сикләүҙәр ҡабул ителде.

«Өсөнсөнән — мин Һаулыҡ һаҡлау министрлығы отчеттарын ентекләп ҡарайым. Вакциналанғандар менән сирләгәндәр һанын сағыштырам, иҫәптең ыңғай яҡҡа үҙгәреше күренә. Яңы йылға тиклем һандар кире яҡҡа үҙгәрмәһә QR-кодтарҙы бөтөрөү тәҡдиме менән сығам, — тип билдәләне бизнес-омбудсмен.

— Тағы ла шуны өҫтәп әйтер инем, сауҙа үҙәктәренә үҙем йөрөйөм һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрәм QR-кодтарҙы тикшереүгә лә ҡул һелтәп ҡарайҙар. Шулай булғас улар ниңә кәрәк. Сауҙа үҙәгенә киләһең, кеҫәңдән нимәлер сығараһың, ә һиңә, үт, ярай, тиҙәр. Яҡшы түгел. Бөтөрөргә кәрәк. “Омикрон” ғына килмәһен. Юғиһә уның менән көрәшкә тотонорға һәм үҙебеҙгә сикләүҙәр менән килешергә тура киләсәк. Кешеләр имен һәм һау ҡалһын өсөн.