Уҙған ҡыштағы бурандар мәлендә Бөрйәнде электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булып торған. Урындағы хакимиәттең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы рәйесе Наил Сафин һөйләй. Бөрйәндә бөгөн тағы ла бер ғәҙәтән тыш хәлгә әҙерләнәләр. Был юлы һаҡлыҡ саралары — урман янғындарына бәйле. Бәхеткә, әле ут сығыу осраҡтары теркәлмәгән. Тәбиғәт быйыл район халҡын үҙе һаҡлай. Төбәктең таулы урындарында һаман да ҡар ята. Асыҡ ерҙәрҙә ул беренсе майға саҡ иреп бөткән.
Бөрйән районының утһыҙ ҡалыуы халыҡ өсөн яңылыҡ түгел
Тулыраҡ: Бөрйән районының утһыҙ ҡалыуы халыҡ өсөн яңылыҡ түгел