Грозныйҙа шартлау һөҙөмтәһендә яраланыусылар урындағы дауаханаларға урынлаштырылған

Тулыраҡ: Грозныйҙа шартлау һөҙөмтәһендә яраланыусылар урындағы дауаханаларға урынлаштырылған

Республика буйынса эске эштәр министрлығы яраланған хеҙмәткәрҙәрҙе тикшереү өсөн табип-санитар бүлек хеҙмәткәрҙәрен Чечняға ебәрергә ҡарар иткән. Әле шартлау һөҙөмтәһендә яраланыусылар Грозный дауаханаларына урынлаштырылған. Уларға тейешле ярҙам күрһәтелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Грозный ҡалаһы янындағы Контроль-үткәрәү пунктында террорсы үен шартлата. Һөҙөмтәлә, башҡортостандан 6 полиция хеҙмәткәре яралана. Террорсылар Грозный ҡалаһына Еңеү парадына барырға йыйынған. Улар байрам ваҡытында бомба шартлатырға ниәтләнгән, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.