Ошо турала Республика Милли банкынан белдерәләр. Йыл башы менән сағыштырғанда сумма 1 процентҡа кәмегән. Эксперттар аңлатыуынса, банктар физик шәхестәр өсөн процент ставкаларын 10 ярымдан 7 ярым процентҡа тиклем төшөргән. Ошо сәбәпле халыҡ финанс ойошмаларҙа аҡса һаҡларға ашыҡмай. Башҡортостанда 80 кредит ойошмаһы бар, шуларҙың бишәүһе республика ҡарамағында иҫәпләнә.
Башҡортостан халҡы банктарҙа 303 миллиард ярым һум аҡса һаҡлай
Тулыраҡ: Башҡортостан халҡы банктарҙа 303 миллиард ярым һум аҡса һаҡлай