Һалым органдары законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ итеүселәргә һунар асты

Тулыраҡ: Һалым органдары законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ итеүселәргә һунар асты

Республикала йылдан-йыл төрлө сайттарҙа өйҙә хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр арта. Әммә уларҙың бер өлөшө генә һалым органдарында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән. Төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙән, әйберҙәр һатыуҙан даими килем алған граждандар бындай бизнестың законһыҙ булыуын һәм уның өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғанлығын уйлап та бирмәй. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо йылдың апрелендә Өфөнөң Октябрь районында ғына 15 «легаль булмаған» эшҡыуар законһыҙ рәүештә парикмахер, маникюр, пассажир һәм йөк ташыу, торлаҡты ҡуртымға биреү кеүек хеҙмәттәр күрһәткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.