Һәүәҫкәрҙәр өсөн сикләүҙәр май башынан ғәмәлгә инде. Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән ойошмалар Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы 15-се апрелдән 15-се июнгә тиклем эшмәкәрлеген туҡтатып тора. Ярҙан ҡармаҡ һалыусыларға сикләү 1-се майҙан 10-сы июнгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Күрһәтмәне инҡар итеүселәргә штраф, хатта Енәйәти яуаплылыҡ янай. Ильдус исемле ир иртәнге етенән инспекторҙар менән осрашыуына бер ҙә шат түгел. Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен инҡар иткән өсөн уға кәм тигәндә ике мең штраф янай. Урында протокол төҙөлөп браконьерҙың барлыҡ ҡоралдары: ике ау, кәмәһе тартып алына, бурысын түләгәс кенә ул кире ҡайтарыла. Ә һәр тотолған балыҡ өсөн айырым штраф ҡаралған. Закон буйынса, табыш тартып алып юҡ ителергә тейеш. Шулай ҙа инспекторҙар ҡағиҙә боҙоусының беренсе тапҡыр эләгеүен иҫәпкә алып тере балыҡтарҙы кире һыуға ебәрергә ҡарар итте.Апрелдән алып балыҡсылыҡ тармағын күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре өсөн дә яуаплы осор башлана. Улар көнөнә тиҫтәләгән һыу ятҡылығын тикшереп ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлай, йә законһыҙ урынлаштырылған ауҙарҙы таба.Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта ярҙан ҡармаҡлаусылар өсөн дә талаптар ҡәтғиләшә. 10 июнгә тиклем бер ҡармаҡ менән генә балыҡ тоторға рәхсәт ителә. Шулай уҡ спиннинг менән яр буйына сыҡмай тороу хәйерлерәк.Йәш балыҡсылар ҡағиҙәләрҙе белмәүенә һылтанып ҡармаҡтарын йыйып ҡуйҙы. Әммә был уларҙы яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Штраф 60 көн эсендә түләнмәһә ул ике тапҡырға арта. Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында йылғалар һәм күлдәр етди күҙәтеүгә алына. Балыҡ тотоуға сикләүҙәр йыл һайын ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар запасын тулыландырыу өсөн индерелә.
Республика һыу ятҡылыҡтарында 10 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйыла
Тулыраҡ: Республика һыу ятҡылыҡтарында 10 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйыла