Рәсәйҙең 55 төбәгендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Амур өлкәһендә иһә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Утҡа ҡаршы көрәшкә йөҙләгән кеше йәлеп ителгән. Ауылдарҙы һәм ҡасабаларҙы һаҡлау өсөн ирекле дружиналар ойошторолған. Шуға ҡарамаҫтан, берүнисә йорттоң янып көлгә әйләнеүе тураһында хәбәр ителә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Төркиәнең Диәрбаҡыр ҡалаһында террор ғәмәлендә 3 кеше һәләк булған, 45 кеше яраланған. Бомда үҙәк урамдарҙың береһендә, терроризмға ҡағылышы булыуҙа шикләнеүселәрҙе алып китеп барған полиция автобусы янында шартлаған. Төркиә етәкселеге был терактты ойоштороуҙа курдистандың эшсе фирҡәһен ғәйепләй. Партия курдтарҙың сәйәси хоҡуҡтары өсөн көрәшә һәм Төркиә составында курд автономияһы булдырыуҙы талап итә.
Италияның Пулья виләйәтендә полиция террор ғәмәле әҙерләүҙә шикләнеүсе өс кешене ҡулға алған. Улар Римда, Лондонда һәм Бари үҙәгендә теракттар ойошторорға уйлаған. Ҡулға алыныусыларҙың икәүһе Афғанстандан, террор ойошмаларында ағза булып торғандар. Өсөнсөһө илгә мигранттар ташыу менән шөғөлләнгән.
Бразилия президенты Дилма Руссеф уға ҡарата импичмент иғлан итеүселәрҙең башында тороусы вице-президентты конституцион фетнәлә ғәйепләне. Ил етәксеһе был процедураның ҡанунһыҙ һәм нигеҙһеҙ булыуы тураһында белдереп минең сит илдәрҙә иҫәптәрем, йәшерен активтарым юҡ тигән. Оппозиция Дилма Руссефты һалым ҡануниәтен боҙоуҙа, дәүләт ҡаҙнаһын сарыф итеүҙә ғәйепләй.