Ишембайҙа ике яңы предприятие эшләй башланы

Ишембайҙа ике яңы предприятие эшләй башланы.

Бында 800-ҙән ашыу хеҙмәт урыны булдырылған. „Алға„ айырым иҡдисади биләмәгә ҡараған ойошмаларҙы асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһенең Ишембай районына эш сәфәре хаҡында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.Рәшиҙә Юлдашева Салауат ҡалаһында тегенсегә уҡыған һәм салбарҙар етештереү фабрикаһында эшләгән. Һуңынан Өфөлә белемен камиллаштырған, баш ҡала предприятиеларында ла тәжрибә туплаған. Әммә еңел сәнәғәт предприятиелары ябылып бөтә. Тыуған яғында яңы хеҙмәт урындары булдырылғас, ҡыуанып эшкә килгән. Аркада йәмғиәте кейемдәр тегеү менән шөғөлләнә. Улар металлургия, машиналар эшләү, нефть һәм газ сәнәғәте, энергетика, туҡланыу, хеҙмәтләндереү, медицина һәм именлек предприятиелары өсөн тәғәйенләнгән.Ойошмала әлегә 200 самаһы тегенсе эшләй. Ә хеҙмәт урындары 800. Кешеләрҙе йәлеп итеү маҡсатында яҡында урынлашҡан Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында тегенселәр курстары асылды. Предприятие йылына 220 мең кейем тегергә һәләтле. “Алға” айырым иҡтисади биләмәһендә әлегә 10 резидент иҫәпләнә. Шуларҙың икәүһе эшләй башланы ла инде. “Ҙур” йәмғиәте диодлы лампалар һәм урам яҡтыртҡыстары етештереү, улар өсөн тимер ҡойоу, төҙөлөш тимер конструкциялары һәм уға кәрәк-яраҡтары сығара. Дөйөм инвестиция күләме 300 миллион һум. Тулы ҡеүәттә эшләй башлау менән хеҙмәт урындары 46-ға етәсәк. “Ҙур” ойошмаһының продукцияһын урамдарҙы, ял урындарын һәм юлдарҙы яҡтыртыу менән булышҡан торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары предприятиелары, район һәм ҡала, муниципаль хеҙмәттәр ҡуллана.Ишембайҙа “Алға” айырым иҡтисади биләмәһенең Күҙәтеү Советы ултырышы үтте. Билдәле булыуынса, ул Рәсәйҙә иң әүҙем үҫешеүсе зона тип танылды. Әлегә инвестиция күләме 23 миллиард һумдан ашыуыраҡ. Барлығы 1 мең 700 эш урыны булдырылыр, тип күҙаллана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ойошмалар өсөн дәртләндереү системаһын әҙерләргә ҡушты. “Алға” иҡтисади биләмәһе ике район – Стәрлетамаҡ һәм Ишембайҙа урынлаша. Ул киләсәктә киңәйеп, башҡа муниципалитеттар ҙа инеүе мөмкин. Сөнки тағы ла тиҫтәләгән ойошма ҡушылырға һәм инвестиция бүлергә теләк белдергән. Һүҙ 40 миллиард һумдан ашыу аҡса тураһында бара. Ишембайҙа асылған яңы предприятиелар киләсәктә етештереү цехтарын арттыра барасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров резиденттар өсөн яңы майҙансыҡтар табыу бурысын ҡуя. Мәҫәлән, 2022-се йылда 5 предприятие менән килешеү төҙөү көтөлә. Радий Хәбиров Ишембайҙағы ололар йортон да ҡараны. Бында йәшәүселәр менән аралашып, яңы йылға телевизор бүләк итте. Шулай уҡ бинаны ремонтлау мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Проблема бар, ул айырым хәл ителәсәк, тип көтөлә.