Көслө ҡар яуыу сәбәпле юлдарҙа авариялар һаны артты

Көслө ҡар яуыу сәбәпле юлдарҙа авариялар һаны артты,

Иртәле-кисле автомобиль тығындары 9 балға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә эшләй. Был турала ҡала хакимиәтенең сираттағы ултырышында Сергей Греков белдерҙе. Әлеге ваҡытта бөтә көстәр ҡаланы ҡарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән, тип белдерҙе ул. Өфөлә иммунизация 100 процентҡа етергә тейеш. Хакимиәт башлығы шундай бурыс ҡуя. Эпидемиологик хәл иһә һаман киҫкен һаҡлана. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны ла артҡан.Шулай ҙа ултырышта күтәрелгән төп мәсъәлә был юлы һауа торошона бәйле. Буран, боҙлауыҡ, епшек ҡар. Тәбиғәт ҡала хеҙмәттәре алдында етди һынау ҡуйҙы. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар көсәйтелгән режимда эшләй. Өфө урамдарын 200 берәмектән ашыу техника ҡарҙан таҙарта. Тәү сиратта үҙәк урамдар, туҡталыш, тротуарҙар таҙартыла. Ҡаланы тулыһынса ҡарҙан азат итеү өсөн тағы ике көн кәрәк буласаҡ тип белдерелде ултырышта.Сергей Греков халыҡҡа ошо көндәрҙә мөмкин тиклем шәхси транспорт менән ҡулланмаҫҡа, коммуналь хеҙмәттәр эшен тотҡарламаҫ өсөн үҙ автомобилдәрын юл буйында ҡалдырып китмәҫкә саҡырҙы. Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова Яңы йыл тамашаларында коронавирсҡа бәйле сикләүҙәр тураһында һөйләне. Балалар өсөн тәғәйен саралар ғәҙәти рәүештә үтәсәк, әммә бөтә һаҡланыу саралары теүәл үтәлергә тейеш, тип белдерҙе ул. Республика башлығы шыршыһы, мөмкинлектәре сикләнгән һәм һәләтле балалар өсөн ҡала шыршылары 25 декабрь үтәсәк. Йәмәғәтте ҡыҙыҡһындырған йәнә бер һорау — Өфөнөң 2040 йылға тиклемге генераль план проекты. Әлеге ваҡытта ошо мәсьәлә буйынса йәмәғәт тыңлауҙары бара. Ултырышта шулай уҡ Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында башҡарылған эштәргә байҡау яһалды.