Бәләгә тарыусыны осраҡлы үтеп барыусы ҡотҡара – ул ирҙе автомобилдән һөйрәп сығара, тәүге ярҙам күрһәтә һәм дауаханаға алып бара. Был һуңғы көндәрҙә интернет киңлектәрендә киң таралған видеояҙмаларҙың береһе. Кадрҙан күренеүенсә, ир янған машина эсендә ҡалған водителде ҡотҡара. Айрат Бикбулатов ул көндө ғаиләһе менән паркта ял итә. Һәм ташландыҡ төҙөлөш майҙаны янында янған ВАЗ автомобилен һәм уның эсендә кеше ултырғанын күреп ҡала һәм шунда уҡ уның янына йүгерә. Машина эстән бикле, ә водитель аңын юғалтҡан була. Айрат Бикбулатов һүҙҙәренсә, ашығыс медицина ярҙамы килмәгәс, ул бәләгә тарыусыны ҡаланың 21-се дауаханаһына алып бара һәм ирҙе шунда уҡ реанимация бүлегенә һалып үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар.Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, ир аулаҡ урынға килеп имеш ашап алырға була. Артабан ул машинаһында йоҡлап китә һәм шул ваҡытта автомобилдең двигателендә янғын сыға. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусыға махсус награда биреү ҡарала. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы арала республикала юл фажиғәләре лә, транспорт менән бәйле башҡа ҡазалар йыш теркәлә. Уларҙа кешеләр ғүмерҙәре өҙөлөүе бигерәк тә аяныслы. Әммә ҡайһы саҡта башҡаларҙың кеше фажиғәһенә битараф ҡалмауы мөғжизәле ҡотолоуҙың сәбәпсеһе була.
Өфөлә 35 йәшлек ир үҙ машинаһында янып вафат була яҙҙы
Өфөлә 35 йәшлек ир үҙ машинаһында янып вафат була яҙҙы.