Өфөлә бер нисә уҡыу йортонда эвакуация үтте

Студенттар һәм уҡыусыларҙы тиҙ арала уҡыу йорто биналарынан сығарыуға янғын сигнализацияһы сәбәпсе булды.

22 декабрҙә мәғариф учреждениеларына ашығыс хеҙмәттәр килде.

Өфө дәүләт авиация техник университетының бар корпустарынан студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланды. Билдәле булыуынса, биналарҙа янғын сигнализацияһы яңғыраған — бөтәһе лә урамға сыҡҡан. Студенттарҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәргәндәр.

Ошо уҡ ваҡытта 91-се гимназия уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына ла урамға сығырға тура килгән. Һуңынан 1-се лицейҙа һәм Өфө авиация техникумында сигнализация эшләй башлаған.

Белем биреү учреждениеларына башҡаланың ашығыс хеҙмәттәре килеп еткән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.