Техосмотр мотлаҡ түгел

Дәүләт Думаһы еңел автомобилдәр һәм мотоциклдар өсөн мотлаҡ техосмотр үткәреүҙе бөтөрөү тураһында закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.

Хәҙер ТО тик коммерция транспорты өсөн мотлаҡ. Әлегә тиклем Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин: “Яңылыҡ илдәге 50 миллион транспорт сараһына ҡағыла”, — тип белдергәйне.

Техосмотр такси, автобустар һәм йөк машиналары өсөн мотлаҡ талап булып ҡала. Шулай уҡ дүрт йылдан иҫке еңел автомобиль һәм мотоциклдарҙы иҫәпкә ҡуйған, хужаһын алмаштырған һәм ҡоролошон үҙгәрткән осраҡта техосмотр үткәреү мотлаҡ.

Закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡарағанда бер нисә үҙгәреш индерелде. Документҡа ярашлы мотлаҡ техосмотрҙан РФ закондарында һәм Евразия иҡтисади союзы акттарына ҡаршы килмәгән осраҡта ғына баш тартырға мөмкин. Транспорт сараһының ҡоролошона үҙгәреш индерелгән осраҡта техосмотр үткәреү мотлаҡ.

Икенсе төҙәтеүгә ярашлы техосмотрҙы ЮХХДИ хеҙмәткәре талабы буйынса водителдең диагностика картаһы булған осраҡта үткәрмәҫкә мөмкин. Транспорт сараһының күрәләтә техник төҙөклөгө боҙолған һәм ул юл хәрәкәтенә хәүеф тыуҙырған осрағында техосмотрҙың мотлаҡ талабы һаҡлана.

Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Думаһы июндә авто хужаларын ОСАГО полисын алған ваҡытта техосмотр үтеү тураһындағы белешмәне – диагностика картаһын – мотлаҡ күрһәтеүҙән бушатҡайны. Был ҡағиҙә быйыл 22 августан ғәмәлгә инде.