Федераль медик-биологик агентлыҡ башлығы фекеренсә, яңы дарыу COVID-19-ҙың бар төрлө мутациялары менән дә көрәшә ала. “Рәсәй 24” телеканалы эфирында Вероника Скворцова: “МИР-19” универсаль препарат, ул “омикрон”ға ла ҡаршы торорлоҡ, SARS-CoV-2 вирусының бөгөнгә асыҡланған бөтә мутациялары менән көрәшергә һәләтле. Вирустың “ухань” өлгөһөнән башлап “омикронға” тиклемге 800-ҙән ашыу төрө тикшерелгән. МИР-19 препаратына һалынған эҙмә-эҙлеклелек вирус линияларының һәр сәбенә тап килә”, — тип белдерҙе.
Скворцова билдәләүенсә, коронавируслы сирлеләрҙе МИР-19 ярҙамында дауалағанда вирус тәьҫире беренсе ингаляциянан һуң уҡ һиҙелерлек кәмей. Препараттың кире йоғонтоһо теркәлмәгән, пациенттар уны еңел кисерә.
Дарыу 10-15 минут буйына шәхси ингалятор йәиһә небулайзер ярҙамында еҫкәтелә, шул уҡ ваҡытта һәр ингаляция бер нисә флакондан ҡушыла.
"Препарат дүрт флаконда әҙерләнә һәм һатыла. Икәүһендә тәьсир итеүсе матдәләр, йәнә икәүһендә — иреткес. Ҡулланыр алдынан һәр матдә иреткескә һалынып берҙәм шыйыҡсаға әйләндерелә", — тип аңлатты Скворцова.
МИР-19 препараты тик стационар шарттарҙа ингаляция аша файҙаланыуға иҫәпләнгән. Етештереүҙең һәр өлөшө Санкт-Петербургта ФМБА-ның вакцина һәм һүлдәр фәнни-тикшеренеү институты майҙандарында башҡарыла. Препарат РНК интерференцияһы механизмы нигеҙендәге платформаға таянып яһалған. Дарыуҙың юғары файҙалы булыуы дәлилләнһә ФМБА уның спрей өлгөһөндәгеһен сығарырға ниәтләй. Был өлгө иһә сирле менән аралашҡандан һуң профилактика булараҡ ҡулланышҡа иҫәпләнгән.