Һәр кемдең мәҙәниәткә ҡағылыу мөмкинлеге бар

23 декабрҙә республика башлығы Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Осрашыу Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында үтте.

Радий Хәбиров хореография бүлмәләрен, дөйөм ятаҡты ҡараны, музей менән танышты, репетиция залында балаларҙың сығышын ҡараны.

Осрашыуҙа Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстарҙа еңеүселәр, актерҙар, музыканттар, йырсылар, режиссерҙар, һәләтле балалар һәм ирекмәндәр ҡатнашты. Радий Хәбиров колледж уҡыусыларын Башҡортостандың ғорурлығы, тип атаны. Өфөлә милли кейем модаһы йорто асырға тәҡдим итте. 2024 йылда башҡалала йәнә бер концерт залы төҙөләсәге тураһында хәбәр итте. Республика башлығы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барышы һәм Башҡортостанда балалар Фольклориадаһын үткәреү пландарын уртаҡлашты.

Осрашыу мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм балаларға бүләктәр тапшырыу тантанаһы менән тамамланды.