Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа – байрам көндәре.
Ял һәм байрамды һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 3 ғинуарҙағы ял көнө йәкшәмбенән 31 декабрь йомаға күсерелде.
2022 йылда 1 һәм 2 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә 1 ғинуарҙағы ял көнө – 3 май, шишәмбегә, ә 2 ғинуарҙағыһы 10 май, шишәмбегә күсерелә.
Шулай итеп, Яңы йыл каникулдары уңайынан 2021 йылдың 31 декабре, 2022 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 , 8, 9 ғинуары эшләмәгән байрам һәм ял көндәре тип иҫәпләнә. 2020 йылдың 30 декабрендә эш көнө ҡыҫҡартылмай.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.