«Һыуыҡтар сигенә»: Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә ниндәй һауа торошо көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 26 декабрҙә көслө ҡар яуып буран ҡоторонғандан һуң, республикала һиҙелерлек һыуыта.

28-30 декабрҙә һауа температураһы төндә -18, -23 градустан -22, -27 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -30, -35, көндөҙ -15, -23. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин.

Иҫке йылдың һуңғы көнөндә йылыраҡ һауа массаһы ҡыҫымы менән һыуыҡтар сигенә.

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, Яңы йыл төнөндә республикала аномаль һауа торошо көтөлмәй. Һауа температураһы -10, -15, урыны менән 20 градусҡа тиклем түбәнәйә. Өфөлә -11, -13 градус. Яңы йылдың беренсе көнөндә һауа температураһының -6, -11, ә Өфөлә -8, -10 градус булыуы көтөлә. Бер аҙ ҡар яуа, урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал.