Бөгөн киске сәғәт 7-лә Радий Хәбировтың киң мәғлүмә сараларына интервьюһын ҡарағыҙ. Республика етәксеһе проблемалар, ҡаҙаныштар, үҫеш мөмкинлектәре һәм киләсәккә пландар хаҡында һөйләйәсәк. Үткән йыл республика властары ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биргән? Ниндәй проблемалар асыҡланды? Республика ҡайҙа йүнәлеш тота? Башҡортостандың төп киң мәғлүмәт сараларына интервьюһында республика етәксеһе уҙып барған йылдың ваҡиғаларына үҙенең мөнәсәбәте тураһында һөйләйәсәк. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, Сәләм телеканалдарында ҡарағыҙ. «Юлдаш», Рәсәй радиоларында тыңларға мөмкин.
Бөгөн Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә
Бөгөн Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә