Республикала йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн сертификаттар биреү дауам итә. 2021 йылда был маҡсатта төбәк бюджетынан 215 миллион һум аҡса бүленгән. Барлығы программа сиктәрендә 6 меңдән ашыу сертификат бирелгән. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Өфөнөң Искин ауылында йәшәүсе күп балалы Ивановтар ғаиләһе йортона зәңгәр яғыулыҡ бер-нисә ай элек тоташтырылған. Әле Газпром хеҙмәткәрҙәре беренсе техник тикшереү үткәрә. Төбәк Башлығы Указына ярашлы, республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла. Махсус программа менән ташламаға эйә граждандар ҡуллана ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ил башлығы газ торбаларын ер участкаһына тиклем бушлай үткәреү хаҡындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Владимир Путин Башҡортостанға эш сәфәре менән килгәндә лә әйтте. Быйыл республика бюджетынан әлеге маҡсатта 215 миллион һум аҡса бүленгән. Был иһә үткән йыл менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк. Зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн йорт һәм фатир хужалары “Газпром газораспределение Уфа” компанияһының рәсми сайтына ғариза ебәрергә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә тейеш. Махсус программа сиктәрендә 2025 йылға тиклем республикала барлығы 26 меңдән ашыу йортто зәңгәр яғыулыҡ тәьмин итеү ҡаралған.
Газ үткәреү өсөн сертификаттар
Газ үткәреү өсөн сертификаттар