Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” хәйриә акцияһына ҡушылды. Рсепублика башлығы 4 баланың яңы йыл теләген үтәйәсәк. Ҡыш бабайҙың бүләген Радий Хәбиров сабыйҙарға тапшырып та өлгөрҙө. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй. Әсәй, атай һәм уларҙың 4 ҡыуанысы. Ларуковтарҙың баш ҡаланың тимер юл вокзалына тотош ғаиләһе менән килеүе сәбәбе лә бар. Ул – ғаиләләге өлкән малай Данилдың мөһим осрашыуҙа ҡатнашыуы. 15 йәшлек Данил Ларуковтың сәләмәтлеге бер ни тиклем сикле. Табиптар уға “еңелсә аутизм” диагнозын ҡуйған. Үҫмергә шуға кешеләр менән аралашыуы ауыр. Ә малайҙың хыялы — поезд машинисы булыу. Юлға сыҡҡан поезд эсендә тағы ҡыҙыҡлыраҡ. “Орландың” двигателдәре геүләп эшләһә, салонда бөтөнләй тыныс. Өфөнән Дим станцияһына барып еткәнсе, Данилға поезд, машинист бурыстары тураһында ла һөйләп өлгөрҙөләр. Радий Хәбировтан Данилға айырым - поезд машинисы фуражкаһы. Бынан тыш, Ларуковтар Өфөнән Ырымбрға, ә Ырымбурҙан Өфөгә тиклем “Орлан” поезында бер тапҡыр түләүһеҙ сәйәхәт ҡыла ала. Тағы бер бүләк тураһында айырым әйтергә кәрәк. республика башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Киров районындағы “балалар йорто”нда ла булды. Был үҙәктә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 131 сабый дауалана, махсус курс уҙа. Уларҙың 90 процентын яңы ғаиләләр тәрбиәгә алһа, кире, үҙ ата-әсәһенә ҡайтҡандары ла юҡ түгел. Баш ҡаланың 21-се лицейы, унда белем алған балаларҙы ла хәҙер яңы йыл мөғжизәһе көтә. Республика башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, бинаға капиталь ремонт уҙғарылды. үҙенең 100 йыллығын билдәләгән лицейҙың хәҙер өҫтәмә, 4-се ҡаты бары. Дөйөм майҙаны ике тапҡырға тиерлек артҡан белем усағында түге дәрестәр яңы йылдан һуң башлана.
Теләктәр шыршыһы
Теләктәр шыршыһы