Короновирус пандемияһы сәбәпле яңы йыл сараһы башҡалала түгел, ә ҡала һәм райондарҙа ойошторолдо. Башҡортостан Башлығының Яңы йыл бүләктәре республиканың төрлө район-ҡалаларынан 780 уҡыусыға тапшырылды. Улар араһында олимпиада, спорт ярыштары, ижади конкурстар еңеүселәре, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, күп балалы ғаиләләрҙән, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм етем балалар бар ине. Саф һауала күңелле уйындар һәм бейеүҙәр. Балаларҙың шат йөҙҙәре бөркөлөп тора. Республика башлығы шыршы байрамы Өфө ҡалаһының Октябрь районында “Ҡашҡаҙан” паркында үтте. Радий Хәбиров һәм ҡала мэры Сергей Греков исеменән уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашыусы 150-нән ашыу уҡыусыға бүләктәр тапшырылды. Эпидимиологик хәлгә бәйле Башҡортостан башлығы шыршы байрамын һәр муниципалитет боҙ ҡаласыҡтары майҙандарында, ҡала һәм район мәҙәниәт йорттарында ойошторҙо. Өфөнөң Ленин районында балалар өсөн яңы йыл тамашаһы сатлама һыуыҡтарға бәйле “Башҡортостан” дәүләт концерт залына күсерелде. Сағыу һәм бай йөкмәткеле концерт программаһы һәммәһенә лә оҡшаны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәрҙе тыңлаусан балаларға ғына түгел, ә уҡыуҙа, спортта һәм башҡа өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларға тапшырҙы. Өфөнөң Ленин районында яңы йыл менән 70-тән ашыу бала тәбрикләнде. Ә республика буйынса Башҡортостан башлығы шыршыһында 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Ә бына тымау тигеҙеп сирләгән балаларға өйҙә ҡалырға тура килде. Уларҙың бүләктәрен иһә класс етәкселәре үҙҙәренә тапшырасаҡ. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә төп тылсымсынан быйыл барыһы өсөн дә иң мөһиме – һаулыҡ һорай. Киләһе 2022 йылда мәкерле вирусты еңеп сығырға. Шул ваҡытта шатлыҡ-ҡыуанысҡа ла йыл тағы ла бай буласаҡ.
Республика башлығы шыршы байрамдары уҙҙы
Республика башлығы шыршы байрамдары уҙҙы