Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы тапшырылды.

Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы тапшырылды.

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә уңыш ҡаҙанған йәш белгестәр тәбрикләнде. Премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә. Ул ике йылға бер тапҡыр бирелә. Бейеүсе Айбулат Баһауетдинов алҡыштарға, сәхнәләге сығыштарға күптән күнекһә лә, был алҡыштар айырыуса ҡәҙерле. Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары араһында тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ булды. Ул 2014 йылдан бирле ғәскәровсылар составында башҡорт бейеүен донъя кимәлендә данлауға үҙ өлөшөн индерә.Тап ошо Марат Кәримов ҡуйған “Салауат” композицияһындағы төп партия һәм хореография сәнғәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән эше өсөн Айбулат Әҡсән улы юғары награда менән бүләкләнде. Икенсе лауреат та сәнғәт өлкәһенән. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Азат Вәлитов.Йәш егет сәнғәт өлкәһенә осраҡлы ғына килеп эләкһә лә, хәҙер үҙ тормошон сәхнәһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Данлыҡлы театрҙа, данлыҡлы актерҙар менән бергә эшләүе үҙе ҙур бәхет, ти ул. “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектаклендә Азат Вәлитов башҡарған Иван Игнатов ролен тамашасылар яратып ҡабул итте. Һәр роль үҙе бер ғүмер, үҙе бер тәжрибә, ти ул. Уның ижадын юғары баһалауҙарына шатлығын йәшермәй, йәш артист.Сәнғәт, әҙәбиәт һәм архитектура. Бер үк ваҡытта ошо өс өлкәлә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм ҙур өмөттәр уятҡан белгестәргә Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы тапшырылды. Быйыл йәштәр премияһына 13 эш тәҡдим ителгән. Дәғүәселәр араһынан 3 еңеүсе һайлап алынды. Улар исемлегендә шағир Александр Хватков та бар. Был еңеү уға икеләтә ҡәҙерле, сөнки Шәйехзада Бабичтың ижадына ғашиҡ егет, хатта уға арнап шиғыр ҙа яҙған.Шиғырҙар яҙырға Александр бала-саҡтан әүәҫ. Ижадының төп темалары – Тыуған ил, дуҫтар һәм мөхәббәт. Әле үҙем өсөн башҡорт шағирҙарын асам, уларҙың ижады менән илһамланам, ти һәләтле егет.Йәштәр премияһы — 1995 йылда Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы йәш ижадсыларҙы дәртләндереү маҡсатында булдырылған. Тәүҙә ул йыл һайын тапшырылһа, 2011 йылдан алып уның лауреттары ике йылға бер билдәләнә. Маҡтаулы исем менән бер рәттән 150 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тә бирелә.