Бөгөн Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм иткән өс бер туғанға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм иткән өс бер туғанға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде

Улар 15 йылдан 23 йылға тиклем иректән мәхрүм ителде.Үткән йыл 22 августа Калинин районындағы кибеттәрҙең береһенә инкассаторҙар банкоматтарҙы ҡулаҡса менән тулыландырырға килә. Улар терминал эргәһенә килеү менән шартлау яңғырай. Магазинға ингән ике йәш кешенең береһе инкассаторҙарға ниндәйҙер шыйыҡса һибә, икенсеһе шырпы һыҙып ырғыта. Был фажиғәлә банк хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлдө.