Бөгөн Өфөлә ошо исем аҫтында республика форумы үҙ эшен башланы. Сараның маҡсаты – йәмғиәттәге социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәштәрҙе йәлеп итеү. Сөнки, йылдан-йыл наркотиктар менән сауҙа итеүгә бәйле Енәйәт ҡылыусылар араһында уҡыусылар һәм үҫмерҙәр арта. Ә психотроп матдәләрҙе эшләү, уны интернет аша һатыу контролдән сыға. Шуға ла йәш быуынды дөрөҫ юлға йүнәлтеүҙә тап йәштәрҙең әүҙем булыуы шарт, ти ойоштороусылар.Мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттарынан студенттар наркоманияны профилактикалау, сәләм тормошто пропагандалау буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итә. Ошо йәүнәлештә эшләп килгән ирекмәндәр тәжрибә уртаҡлашып, яңы алымдар үҙләштерә.
Йәштәр фән, ижад һәм сәләмәт тормош һалай
Тулыраҡ: Йәштәр фән, ижад һәм сәләмәт тормош һалай