Радий Хәбиров үтеп барған йылға йомғаҡтар яһаны, киләсәккә бурыстар хаҡында һөйләне. Республика башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостандың төп медиахолдингтары вәкилдәре менән осрашыуында, социаль-иҡтисади һәм ижтимағи хәлгә етди баһа бирелде. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, төбәктәге үҙгәрештәр маҡсаты – халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Башҡортостан етәксеһе Хөкүмәттең эшмәкәрлеген ыңғай баһалай. Ә пандемия осоронда төбәк үҙенең иҡтисади тотороҡлоғон һаҡлап ҡала алды. Сибай менән Туймазыла төҙөлгән ковид-госпиталдәрҙә артабан коронавирустан дауалау өсөн файҙаланыласаҡ.Журналистар менән осрашыу барышында, Башҡортостан етәксеһе Өфөләге “Лидо” ҡунаҡханаһына бәйле хәлгә аныҡлыҡ индерҙе. Радий Хәбиров был ығы-зығыла теге йәки был яҡты яҡламай. Сөнки, ныҡлы аныҡлыҡ юҡ. Республика башлығы ике туғандаш субьект – Татарстан менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәрҙе өлгө итеп ҡуя. Шул уҡ ваҡытта, беҙ Свердловский өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте нығытырға тейешбеҙ. Был юҫыҡта Башҡортостан Хөкүмәте алдында айырым бурыс тора. Республика коллектив иммунитет тигән төшөнсәгә яҡынлай. Бөгөнгә Башҡортостанда 2 миллион 178 мең кеше коронавирустан беренсе вакцинация алған. Ә республика пандемияға бәйле өҫтәмә сикләүҙәр индермәй. Аграр сектор, транспорт системаһы. Был мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, хәҙер транспорт тармағын яңыртыу райондарға күсергә тейеш. Радий Хәбиров ирекмәндәр хәрәкәтенә үҙ ҡарашын еткерҙе. Инвестициялар. Башҡортостан ситтән аҡса йәлеп итеү, яңы эш урындарын булдырыуҙы өҫтөнлөклө итеп һанай. Йыл аҙағына тиклем уның суммаһы 300 миллиард һумға етергә тейеш. Республика башлығының “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ла үҙ ҡарашыБашҡортостан хәҙер сит илдәр менән дә хеҙмәттәшлек даирәһен үҫтереүҙе маҡсат итә. Шишәмбе интервьюһын “Рәсәй-Башҡортостан” медиахолдынгына ингән “Башҡортостан 24”, “Рәсәй 24” телевизион каналдары, “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” тура эфирҙа трнасляцияланы.
Башҡортостан башлығы киң мәғлүмәт сараларына күләмле интервью бирҙе
Башҡортостан башлығы киң мәғлүмәт сараларына күләмле интервью бирҙе