Радий Хәбиров 2022 йылдағы төп бурыс — хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү, тип белдерҙе. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән башҡа мөһим мәсьәләләргә байҡау менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева. Айлыҡ хеҙмәт хаҡы 40 мең 468 һумдан кәм баһаланған кеше күп һәм был хәлде үҙгәртергә кәрәк. Республика башлығы билдәләүенсә, 2021 йылда коронавируслы инфекцияға ҡарамаҫтан, төбәктә уртаса эш хаҡын 40 мең ярымдан арттырыуға өлгәшелде. Был күрһәткес инвестиция проекттарына тура йоғонто яһай шуға ла көлкөлө хеҙмәт хаҡтарынан ҡотолорға кәрәк.Тыуасаҡ йылды һөнәри белемде модернизациялау, хеҙмәт һәм хеҙмәт династиялары өсөн лайыҡлы шарттар йылы тип иғлан итеү ҙә тәүге бурыс менән тап килә. Һөнәри оҫталыҡ һәр ерҙә юғары баһалана. Радий Хәбиров был өлкәлә республика яғынан эҙмә-эҙлекле эште һыҙыҡ өҫтөнә ала. World skills форумын юғары кимәлдә үткәргәндән һәм беҙҙең команданың уңышлы һөҙөмтәләренән һуң һөнәри белем биреү системаһына етди иғтибар биреү зарурлығы тыуҙы, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең яңы йыл байрамдарына әҙер икәнлеге тураһында вице-премьер Максим Забелин хәбәр итте. Дарыуҙарҙың талап ителгән күләме тупланған, дежур бригадалар билдәләнгән, яуаплыларға бурыс йөкмәтелгән. Сирҙе иҫкәртеү саралары ла көнүҙәк. 1 февралдән муниципалит башлыҡтары коронавируслы инфекцияға ҡаршы вакцинация йомғаҡтары тураһында Радий Хәбиров алдында яуап тотасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 28 декабргә Башҡортостанда COVID-19 сирен йоҡторғандар һаны 12 меңгә яҡын. Вакциналарға тейеш халыҡтың 81 проценттан ашыуы, йәғни, 2 026 697 кеше прививканың ике компонентын да яһатҡан. 201 мең кеше ревакцинация үткән. Транспорт сәғәтенең яңы йылдағы беренсе ултырышы ла февралгә тәғәйенләнгән. Республика башлығы был осрашыуҙа транспорт һәм юл хужалығы министрына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүҙең 2022 йыл бурыстары тураһында белешмә әҙерләргә ҡушты. Юлда үлем осраҡтарына ҡаршы көрәштә беҙ 2021 йылда еңелдек, тине Радий Хәбиров. Юғары күрһәткестәрҙең һөйөнөслөһө лә бар. Сәнәғәт етештереүе һәм инвестициялар күләме индексы иҡтисадтың үҫешен дәлилләй, тине Республика башлығы. 106,2 процент Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән дә юғары.Үтеп барған йылды йомғаҡлаусы оператив кәңәшмәлә яңы йылға аныҡ бурыстар билдәдәнде. Ковид менән көрәш дауам итә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ярҙам, үлем кимәлен кәметеү, хеҙмәт өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, иҡтисад инфраструктураһын киңәйтеү, инвестиция эшмкәрлеген үҫтереү, Өфөнөң юбилейына әҙерлек башлау, башҡа мөһим мәсьәләләр көн талабы булып ҡала. Радий Хәбиров бар хеҙмәттәргә үткән йылда башҡарылған эштәр өсөн рәхмәт белдереп яңы йыл теләктәрен еткерҙе.
Көлкөлө хеҙмәт хаҡтарын бөтөрөргә кәрәк
Көлкөлө хеҙмәт хаҡтарын бөтөрөргә кәрәк