Уларҙың һаны бер йыл эсендә генә 3 мең кешегә кәмегән. Был турала төҙөлөш һәм транспорт сәғәтендә төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдерҙе.Башҡортостанда быйыл 3 меңдән ашыу алданған өлөшсө оҙаҡ йылдар көткән фатирҙарының асҡыстарын алған, ҡайһы берҙәренә аҡсалата компенсация түләнгән. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, тағы ла 4 мең 9 кешенең фатир мәсъәләһен хәл итергә кәрәк. Радий Хәбиров хәләл аҡсаһына фатир алыусыларҙы алдаған төҙөлөш компанияларына иғтибарҙы көсәйтеүҙе һорап республика прокурорына мөрәжәғәт итте. Күпләп кешене алдаусыларҙың ҡайһы берҙәре әле булһа тейешле язаһын алмаған, тине Радий Хәбиров.
Республикала төҙөлөшкә аҡса һалып алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителә
Республикала төҙөлөшкә аҡса һалып алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителә