Өфөлә фән һәм технологиялар университеты ойошторола

Өфөлә фән һәм технологиялар университеты ойошторола

Был ҡарарҙы республика башлығы Радий Хабиров юғары уҡыу йорттары һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ғилми учреждениелары вәкилдәре менән осрашыуҙа иғлан итте. Илдә яңы көслө уҡыу йорто барлыҡҡа киләсәк һәм ул үҙенең артынан башҡа юғары уҡыу йорттарын, ғилми үҙәктәрҙе, тотош тармаҡтарҙы әйҙәүсе флагманға әйләнәсәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тамамланыуға арналған ултырышта өҫтөнлөклө проекттар тикшерелде. Шуларҙың береһе карбон полигонын төҙөү. Уны ғәмәлгә ашырыу буйынса алдағы ике йылға программа ла булдырылған. Ултырышта шулай уҡ Радий Хәбиров фән өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән бер төркөм алдынғыларҙы ла тәбрикләне.