Өфөлә Ағиҙел яры буйында конькиҙа шыуыу майҙаны асылды

Өфөлә Ағиҙел яры буйында конькиҙа шыуыу майҙаны асылды

Уның оҙонлоғо 1 саҡырым, ә майҙаны 12 мең ярым квадрат метр. Үҙенсәлекле катокта йылы сисенеү бүлмәһе, конькиҙар прокаты, туҡланыу нөктәләре урынлашҡан. Өфөлә Ағиҙел яры халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Хәҙер унда ҡышҡыһын да спорт менән шөғөлләнеп, ваҡытты файҙалы итеп үткәреү өсөн шарттар булдырылды. Заманса һырғалаҡта беренселәрҙән булып ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков йөрөнө. Катоктың оҙонлоғо 1 саҡырым, ә майҙаны 12 мең ярым квадарт метр. Һырғалаҡҡа үҙеңдең конькиҙарың менән инеү бушлай. Шулай уҡ халыҡҡа уңайлы булһын өсөн йылы сисенеү бүлмәһе, конькиҙар прокаты, туҡланыу нөктәләре лә бар. Катокта музыка һәм байрам иллюминациялары байрам кәйефен тыуҙыра. Үҙенсәлекле һырғалаҡ көндә эшләйәсәк.