“Ковид-глобулин” танытма алды

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа ҡаршы препаратты теркәү танытмаһы бирҙе.

«Ковид-глобулин» коронавируслы инфекция үткәргән кешеләрҙең антиматдәләре нигеҙендә эшләп сығарылған. Клиник һынауҙарҙы үткән. Был хаҡта Ростех хәбәр итә.

«Ростех» дәүләт корпорацияһының «Нацимбио» холдингы етештергән препараттың файҙалы икәнлеген, хәүефһеҙ булыуы һәм коронавирусты ҡаҡшатыр һәләте клиник һынауҙар барышынла дәлилләнде», —тип хәбәр итте ТАСС агентлығы.

Дарыу Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының теркәү танытмаһын алды.

Сентябрь айында «Ковид-глобулин» препаратының клиник һынауҙарҙың өсөнсө өлөшөн үтеүе тураһында хәбәр ителгәйне.