Радий Хәбиров яңылыҡтар әҙерләнгән бүлмәләрҙе ҡараны, радиотапшырыуҙар студияһында, “Хәбәрҙәр” редакцияһы урынлашҡан «ньюс-рум»да журналистар менән осрашты, медиахолдинг етәкселеге менән аралашты. Республика башлығы коллективтың һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт әйтеп республика артабан да көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәк, тип белдерҙе. Телеүҙәк бинаһына яңы заманса төҫ биреү һәм техник яңыртып ҡороу эштәре күҙ уңында тотола.
Башҡортостан Башлығы “Башҡортостан” ДТРК-ның бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Салауат Юлаев ордены менән “Хәбәрҙәр” хәбәрсеһе Галина Заводникова үлгәндән һуң бүләкләнде. 16 хеҙмәттәшебеҙ “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалына, “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә һәм Республика башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.