Яңы йылдың тәүге көндәрендә башҡала урамдарында хәрәкәт сикләнә

Өфө мэрияһы хәбәр итеүенсә, транспорт хәрәкәтен сикләү «TERRA ZIMA 2022» фестивале барышында Бөтә Рәсәй карнавал костюмдары конкурсын, Ҡарһылыуҙар һәм Ҡыш бабайҙар парадын, Бөтә Рәсәй ат-сана экипаждары парадын уҙғарыу менән бәйле.

1 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 7-гә тиклем Мостай Кәрим урамы (Чернышевский-Коммунистик урамдары участкаһы) ябыла.

3 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 6-ға тиклем Мостай Кәрим, Чернышевский, Ленин, Коммунистик урамдары кәртәләнә.

4 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем Яр буйы урамын, шулай уҡ Яр буйы урамындағы 232-се йорт яғынан юл ябыла.

Шуға бәйле ҡайһы бер автобус маршруттары үҙгәрә.