Яңы йыл алды төнөндә боҙлауыҡ көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың төбәк бүлексәһе Башҡортостанда 31 декабргә ҡарай төндә һыуыҡ һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә. Республика буйынса бер аҙ ҡар яуыуы, елдең секундына 10 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.

«Һауа температураһы төндә -14, -19 градус, аяҙытҡанда -23, -28 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -8, -13 градус һалҡын булыр, тип фаразлана Юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары, төндә һәм иртән томан, 500 метрҙан бер километрға тиклем арауыҡта күренеүсәнлек сикләнеүе ихтимал», — тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.

Өфөлә көндөҙ һауаның минималь температураһы -10 градус, төндә 20 градусҡа тиклем һалҡынайта.

Ҡотҡарыусылар автомобиль хужаларын иғтибарлы булырға саҡыра.