Башҡорт телендә уймаҡ, бармаҡсы, ә поляктар өсөн ул напарсток. Һәр милләттең үҙ уймағы: тимерҙән, алтын-көмөштән, фарфорҙан, шымаһы, ниндәйҙер һүрәт төшөрөлгәне… Ә Польша уймаҡтарының төп үҙенсәлеге – уның биҙәлешендә.
Уймаҡтарҙы коллекциялаусы Владимир һәм Анна Малиновскийҙар уҡыусыларға Польша тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирергә тырыша. Улар Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһында хатта уймаҡтар музейын асҡан.
Уймаҡтарҙы коллекциялаусылар Башҡортостанда ла юҡ түгел. Алена Думчева, мәҫәлән, уларҙы йыйып ҡына ҡалмай, үҙе лә эшләй.
Башҡортотсанда 600-гә яҡын поляк йәшәй. Уларҙың төбәккә күсеп килеү ваҡытын 16 быуаттарҙа илдә барған сәйәси һәм ижтимағи хәлгә бәйләй тарихсылар.
Поляк мәҙәниәте көндәренә Варшава, Мәскәүҙән ҡунаҡтар саҡырылған. Ул 15 майға тиклем дауам итә.