22 майҙа Башҡортостанда берҙәм һайлау көнө уҙғарыла

Тулыраҡ: 22 майҙа Башҡортостанда берҙәм һайлау көнө уҙғарыла

Мәскәүҙән Өфөгә килгән был машинаның йөгө 14 тонна. Уның эсендә һайлауҙар өсөн 920 мең бюллетень тейәлгән. Документтарҙы баш ҡала келәттәренең береһенә бушаттылар. Бюллетендәр бер нисә телдә баҫылған.

Праймериз алдан һайлау тигәнде аңлата. Уның маҡсаты – сәйәси фирҡәнән бер кандидатты билдәләү. Рәсәйҙә бындай кампания 2007 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл Башҡортостандан 107 кандидат теркәлде.

епутатлыҡҡа һайланыр өсөн тәүҙә бөтә кандидаттарға ла партия исеменән алдан һайлауҙарҙа ҡатнашырға кәрәк. Унда Рәсәй граждандары араһынан һәр кем дәғүә итә ала. Әммә, талаптары ла бар.

Шуныһы ла мөһим, праймеризда фирҡә ағзаһы ла, партияла тормаған башҡа кешеләр ҙә үҙ кандидатураһын сығара ала. Ә һайлаусылар уларҙың бер нисәүһе өсөн тауыш бирергә хоҡуҡлы.

арлыҡ кандидаттар ҙа тәүҙә халыҡтың ышанысын яуларға тейеш. Был маҡсатта праймериз алдынан кандидаттар араһында дебаттар ойошторола. Йәғни, һайлауҙа ҡатнашҡандар урында кешеләр менән осраша. Ошондай саралар Башҡортостанда башланды ла инде.

Праймериздың һөҙөмтәләрен Федераль ойоштороу комитеты барлаясаҡ. Һуңынан махсус сьезда кандидаттар тәҡдим ителә. Быйыл Башҡортостандан бер мандатлы округтар буйынса алты депутат күрһәтелә, шулай уҡ, улар федераль округ буйынса ла һайлана.

Праймериз көнөндә Башҡортостан буйынса 678 һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Уларҙың береһе ошо мәктәптә урынлашасаҡ. Участкалар иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем асыҡ була. Ойоштороусылар был кампанияла һайлаусылар әүҙем ҡатнашыр тип өмөтләнә.