Быйыл күп балалы ғаиләләр ипотеканы түләү өсөн әсәлек капиталын ике тапҡырға тиҙерәк аласаҡ. 450 мең һумды алыу өсөн тейешле документтарҙы улар Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тултыра ала. Бының өсөн шәхси кабинеттан электрон ғариза бирергә һәм сәхифәгә кәрәкле документтарҙы беркетеп торлаҡ өлкәһен үҫтереү финанс институтына ебәрергә генә кәрәк. Ете көндән һуң ипотека алған банк иҫәбенә аҡса күсәсәк. Элек дәүләт ярҙамының бындай төрөн алыу өсөн документтар менән банкка шәхсән мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Һуңынан банк документтар тупланмаһын торлаҡ өлкәһен үҫтереү финанс институтына тапшырғас ҡына кредитты түләүгә ике аҙнанан һуң ғына аҡса күсә ине. Дәүләт иҫәбенә ипотеканың бер өлөшөн 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө һәм унан һуңғы балалары тыуған ғаиләләр генә ҡаплай ала. Аҡсаларҙы шулай уҡ торлаҡ һатып алыуға, йорт төҙөүгә, ер бүлеме һатып алыуға тотонорға мөмкин. Былтыр күп балалы 250 мең ғаилә ипотеканың бер өлөшөн дәүләт иҫәбенә түләү мөмкинлеге менән файҙаланған. 2020 йылдың беренсе ғинуарынан әсәлек капиталы тәүге бала тыуғас уҡ бирелә. Ғаилә капиталын быйыл 1 февралдән индексациялау ҡарала.
Ғаилә капиталын алыу ябайлаштырыла
Ғаилә капиталын алыу ябайлаштырыла