«Әүҙемлек күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Был осорҙа баҫым яһалманы. Ләкин баш санитар табиптың кәңәштәрен, көндәлек хәлде иҫәпкә алып, халыҡты йәнә ҡуҙғата башларға тейешбеҙ. Улар фитнес-клубтарға, мәҙәниәт учреждениеларына бара. Вакцина яһатмағандарға ҡаршы кәртә ҡорорға кәрәк. Кешеләр прививка эшләтергә бурыслы, — тине Радий Хәбиров. — Байрамдарҙан һуң халыҡ сауҙа үҙәктәренә йөрөй башлай, шуға унда барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Улар барыһына ла аңлайышлы һәм билдәле».
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты.
«Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Сирлеләрҙең кәмеүенә иғтибар итергә кәрәкмәй. Юҡ, көрәш тамамланмаған әле. Бөтәһе лә арыны, кешеләр беҙҙең даими талаптарҙан да арыны. Халыҡты ышандырырға, эшләргә, һаулыҡ һаҡлау системаһын көр кәйефтә тоторға кәрәк», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.