Бер сәғәт тә ҡырҡ минут буйына тамашасыларға көләс кәйеф кенә түгел, көнкүрештә иң борсоулы һорауҙарға бергәләп яуап эҙләргә, мәсьләләрҙе хәл итеү юлдарын табырға тәҡдим ителә.
Тура эфирҙағы әңгәмәлә теләгән һәр кем телефон аша бәйләнешкә сығып йә ватсап һандарына яҙып ҡатнаша ала.
Тапшырыу “Башҡортостан24” каналында көн һайын сәғәт көндөҙгө беренсе егерме минутта башлана.
Беренсе сығарылыш бөгөн республика ҡала һәм ауылдарында иң ҡыҙыу тема – ҡар баҫыу, ҡар таҙартыу һәм урам һепереүселәрҙең еңел түгел эшенә арналды.
- Беҙ мөрәжәғәт иткән һәр тамашасының фекерен иҫәпкә алабыҙ, ә тәүге тапшырыуҙа иң ҡыҙыҡлы һорау йәиһә иң зирәк тәҡдим индергән дуҫтарыбыҙҙы “Башҡортостан24” каналы логотибы һүрәтләнгән шарф менән башлыҡ менән бүләкләргә ниәтләнек, тип белдерҙе “Башҡортостан24” каналы етәксеһе Рәмзит Абуляев.
Тура эфирҙа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса әүҙем фекер алышырға теләгәндәргә элемтә ысулдарын хәтергә төшөрәбеҙ.
Ватсап һандары 8-927-304-50-05.
Студия телефоны 8-347-295-98-72