Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан коллектив иммунитет тик июлдә генә барлыҡҡа киләсәк. Оҙайлы яңы йыл каникулдарында вакцинация үтеүселәр ҡырҡа кәмегән. Был хаҡта республика башлығы Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, вакцинацияны тиҙләтергә һәм 15 февралгә коллектив иммунитет булдырырға кәрәк. Шуға ла муниципалитеттарға юл карталарын ҡайтанан ҡарап сығырға ҡушылды. Бөгөндән Башҡортостандың барлыҡ мәҙәни һәм спорт обьекттарында махсус тикшереүҙәр ҡайтанан тергеҙелә. Сауҙа үҙәктәре, транспортта тәртип ҡәтғиләштерә. Төп сәбәп – коронавирус. Мәкерле сирҙе йоҡтороусылар кәмеһә лә, республика яңы штаммға – омикронға әҙер торорға тейеш. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауырыуға ҡаршы көрәш әлегә тамамланмай. Республикала корнавирус менән бергә грипп йоҡтороусолар бер ни тиклем әҙерәк теркәлгән. Бөгөн Салауаттағы бер мәктәп һәм тағы бер балалар баҡсаһы коронавирус буйынса карантинда ҡалдырыла. Быйылғы ҡыш Башҡортостан алдында тағы һынау ҡуйҙы. Ул көслө ҡар һәм уның эҙемтәләренә ҡаршы көрәш. Тик хәл ителмәгән мәсьәлә – техниканың етмәүе. Башҡортостанға 10 миллиард һумға машиналар алыу ҡарала. Өфөләге транспорттың 75 проценты иҫкереү генә түгел, ә туҙған. Бынан тыш, урам һепереүселәргә ҡытлыҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юл тармағындағы хәлдәрҙең артабан да иғтибарҙа ҡаласағын билдәләй. Ҡыш миҙгеле һынауҙары ҡаты буласаҡ. Әле республикала хәлдәр тыныс. Раштыуа каникулдары осоронда халыҡ күңелен күтәреү, байрам кәйефен тыуҙырыу өсөн генә лә 42 меңдән ашыу сара үткәрелгән, спортсылар, атлеттарҙың уңышы юҡ түгел. Яңы йылда яңы маҡсаттар ҙа билдәләй Башҡортостан. Ул дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү. Республикала иһә мобиль элемтә системаһын камиллаштырыу кәрәк. Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн төбәктәге һәр бер ауыл, федераль трассаларҙа кәрәҙле элемтә булыуы шарт. Маҡсат менән бергә көндәлек эштәрҙе, тимәк, коронавирусты оноторға ярамай. Радий Хәбиров бөгөндән тикшереүҙәр, контролдең көсәйтеләсәге тураһында иҫкәртә.
Яңы йыл каникулдарында вакцинация үтеүселәр ҡырҡа кәмегән
Яңы йыл каникулдарында вакцинация үтеүселәр ҡырҡа кәмегән