Республикала 10 июнгә тиклем браконьерҙарға һунар башланды

Тулыраҡ: Республикала 10 июнгә тиклем браконьерҙарға һунар башланды

Балыҡ ыуылдырыҡ сәскәндә уларҙың ҡанунһыҙ кәсебе етди күҙәтеүгә алынасаҡ. Балыҡсылыҡты күҙәтеү инспекторҙары тәүге рейдҡа ОМОН хеҙмәткәрҙәре менән бергә сыҡты. Ағиҙел йылғаһында бер-нисә сәғәттә генә бер километрҙан ашыу ау һәм балыҡ тотоу өсөн башҡа кәрәк яраҡтар тартып алынды. Тотолған һәр балыҡ өсөн айырым штраф ҡаралған. Закон буйынса, табыш тартып алып юҡ ителергә тейеш. Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта ярҙан ҡармаҡлаусылар өсөн дә талаптар ҡәтғиләшә. 10 июнгә тиклем бер ҡармаҡ менән генә балыҡ тоторға рәхсәт ителә. Шулай уҡ спиннинг менән яр буйына сыҡмай тороу хәйерлерәк.