Бөтә Рәсәй Дәүләт Телерадиокомпанияһында ,,Хәбәрҙәр,, барлыҡҡа килеүгә 25 йыл

Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй Дәүләт Телерадиокомпанияһында ,,Хәбәрҙәр,, барлыҡҡа килеүгә 25 йыл

Сирек быуат эсендә донъяның төрлө төбәктәренән, ҡыҙыу нөктәләрҙән һәм илдең һәр һулышын яҡтырта барған репортаждар илдең мәғлүмәт даирәһенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Иҫтәлекле дата уңайынан ил президенты Владимир Путин Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрселәрен үҙе килеп ҡотланы.25 йыллыҡ юбилей уңайынан саралар Сочи ҡалаһында үтте. Бында ҡунаҡтар күп түгел, әммә уларҙың һәр береһе Рәсәй халҡына яҡшы таныш.25 йыл элек 2 видеокамера һәм ҡуртымға алынған 3 бүлмәнән генә башланған эш хәҙер 20 мең хеҙмәткәр һәм 3 тиҫтәгә яҡын телерадиотапшырыуҙар компанияларын берләштерә. Хәбәрҙәр 54 телдә, шул иҫәптән башҡортса ла сығыуы күп нимә тураһында һөйләй. Ил президенты компания хәбәрселәрен иҫтәлекле дата менән ҡотлап, рәхмәтен белдерҙе. „Хәбәрҙәр„ҙең төп ғорурлыҡтарының береһе ул хәрби хәбәрселәр. Шартлау, атыу тауышынан кешеләр ҡасһа, хәрби хәбәрселәр киреһенсә ҡыҙыу нөктәгә ашыға. „Хәбәрҙәр„-ҙе Рәсәйҙең мәғлүмәт даирәһендәге төп ролде башҡарыусы, тип атау аҙ булыр. Ул тәү сиратта миллиондарса ватандашыбыҙҙың ышанысын яулаған хәбәрселәр һәм алып барыусылар. Уларҙы яраталар, тыңлайҙар һәм ихтирам итәләр. Әлбиттә улар экранда матур һәм өлгөлө. Әммә быларҙың барыһының да нигеҙендә ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт ята.