Өфөлә поляк мәҙәниәте көндәре үтте

Тулыраҡ: Өфөлә поляк мәҙәниәте көндәре үтте

Уның сиктәрендә осрашыуҙар, концерттар, этнографик экскурсиялар ойошторола. Өфө халҡына иң оҡшағаны уймаҡтар күргәҙмәһе булғандыр. Башҡорт телендә уймаҡ, бармаҡсы, ә поляктар өсөн ул напарсток. Һәр милләттең үҙ уймағы: тимерҙән, алтын-көмөштән, фарфорҙан, шымаһы, ниндәйҙер һүрәт төшөрөлгәне… Ә Польша уймаҡтарының төп үҙенсәлеге – уның биҙәлешендә.Тәү ҡарашҡа гжельгә тартым, тик ваҡ түңәрәктәрҙән, нөктәләр, сәскәләрҙән торған болеславец техникаһында биҙәлә Польша уймаҡтары.Уймаҡтарҙы коллекциялаусы Владимир һәм Анна Малиновскийҙар уҡыусыларға Польша тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирергә тырыша. Улар Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһында хатта уймаҡтар музейын асҡан.Уймаҡтарҙы коллекциялаусылар Башҡортостанда ла юҡ түгел. Алена Думчева, мәҫәлән, уларҙы йыйып ҡына ҡалмай, үҙе лә эшләй. Башҡортотсанда 600-гә яҡын поляк йәшәй. Уларҙың төбәккә күсеп килеү ваҡытын 16 быуаттарҙа илдә барған сәйәси һәм ижтимағи хәлгә бәйләй тарихсылар.