Иҫке Яңы йылға һауа торошо фаразлана

Башгидрометүҙәк синоптиктары Иҫке Яңы йылға һауа торошон хәбәр итте.

Ғәҙәттәгесә, байрам Рәсәйҙә 13 ғинуарҙан 14-нә ҡарай төндә билдәләнә. Был төндә республиканың көньяҡ-көнсығышында һауаның 20 градусҡаса һалҡынайыуы көтөлә.

14 ғинуарҙа көндөҙ термометр бағанаһы -10, -15 градус күрһәтер, тип күҙаллана.

Ике көн буйына ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм юлдарҙы көрт баҫыуын фаразлай Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге белгестәре.