«28 районда вакциналарға тейеш халыҡтың 80-дән 99 процентҡа тиклеме прививка яһатҡан. Республиканың 9 муниципалитетында вакцинация кимәле 72 проценттан 79 процентҡа тиклем, ә биш төбәктә вакцинация күрһәткестәре түбән. Улар Белорет һәм Бөрө райондары, Сибай һәм Октябрьский, шулай уҡ Межгорье ҡалалары», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта вакцинация — COVID-19 сире таралыуҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы.