Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Яңы йыл байрамдары осорона йомғаҡ яһаны. Йылдың тәүге көндәрендә йөҙләгән водитель иҫерек килеш тотолған. Экстремаль уҙыш, авариялар. Ҡағиҙә боҙоусылар ни өсөн илай? Иҫерек водителдәрҙең тап яңы йыл байрамдары ваҡытында әүҙемләшеүен Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре яҡшы белә. Рейдтарҙың булыуы тураһында ла халыҡты алдан иҫкәртә улар. Әммә... ВАЗ машинаһы водителенең руль артына эскән килеш ултырыуы ғына етмәгән, ул полиция машинаһынан ҡасырға ла маташҡан. Тотолғандан һуң иптәше менән һаман ҡаршылыҡ күрһәткән. Һөҙөмтәлә, икеһе лә суд эскәмйәһенә эләккән. Ә был Дәүләкән районы. Сираттағы иҫерек ир эҙәрләүҙән ҡаса. Әммә кюветтан ары китә алмай. Машина юлдан сығып оса. Видео теркәүестән инспекторҙарҙың водителгә сығырға ярҙам итеүҙәре күренә. Ирҙең зыян күрмәгәнлегенә инанғас, полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ уны медицина тикшереүе үтергә оҙата. Был кадрҙар Стәрлебаш районында төшөрөлгән. Инспекторҙар күп балалы иҫерек әсәне ҡулға ала. Күңелле табындан һуң ҡатындың ике йәшлек балаһын алып руль артына ултырғанын полиция хеҙмәткәрҙәренә тормош иптәше хәбәр итә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре машинаны шунда уҡ таба. Ваз хужаһына енәйәт язаһы янай. Ҡәғиҙә боҙоусы таныҡлыҡһыҙ, етмәһә икенсегә эскән килеш руль артына ултырған. Полиция хеҙмәткәрҙәренә буйһонмағаны өсөн ул административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Асыҡланыуынса, хоҡуҡ боҙоусы ултырыш башланғанға тиклем Киров районы суды бинаһында тәмәке тартырға ла өлгөргән.
Һаҡ булығыҙ, иҫерек водителдәр
Һаҡ булығыҙ, иҫерек водителдәр