Марий халҡы Шорыкйол байрамын билдәләй

Марий халҡы Шорыкйол байрамын билдәләй

Бөрө районының Шишмә ауылында мәжүси Яңы йылды ҡаршыланылар. Үҙенсәлекле байрамда йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡатнаша. Ҡунаҡтарҙы ауыл башында төрлө костюмдар кейгән кешеләр ҡаршы ала. Байрам уңышлы үтһен һәм йыл имен булһын өсөн мари руханиҙары йолаларға тоғро ҡала. Аҙаҡ, шулай уҡ ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы, ҡунаҡтар ҡоймаҡ менән һыйлана. Тик шунан һуң ғына йыр-бейеү менән ауылға инергә мөмкин.Артабан йорттарҙың береһенә кейәүгә сығырға йәше еткән ҡыҙҙар йыйыла. Улар аҙбарҙа күрәҙәлек ҡылып, һарыҡтың тояҡтарын тарта. Был байрамдың исеме лә осраҡлы ғына Шорыкйол, йәғни, һарыҡ тояғы тип аталмай. Электән яңы йылда үрсем мул булһын өсөн һарыҡ тояғын тартҡандар. Ә ҡыҙҙар шулай итеп буласаҡ ирҙәренең ниндәй икәнлеген белгән. Әгәр һарыҡ йәш икән, кейәү ҙә йәш, һомғол булған. Һарыҡ тояғын тартҡандан һуң, ауыл халҡы сираттағы йортҡа юллана. Унда йөҙҙәре ҡапланған, кейемдәрен тиҫкәре яғы менән кейгән кешеләр хужаларға именлек, тыныслыҡ теләп иҙәнгә бойҙай һибә. Был иһә яңы йылдың уңышлы, мул, тыныс булыуына ишара. Был байрамдың тағы ла бер үҙенсәлекле йолаһы бар. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар ҡойма аша быйма ырғыта. Быйманың башы ҡайһы яҡҡа ҡарап ята, тимәк кейәү кеше шул яҡтар булыр. Шорыкйоллы байрам иткән көндәрҙә марий халҡында яңы йыл башлана. Ул насар энергиянан, насар уйҙарҙан арыныу, уларҙы иҫке йылда ҡалдырып китеү, ә яңы йылдан, киреһенсә, мөғжизә көтөү, һәйбәткә ышаныу, тигәнде аңлата. Әле республикала барлығы 100 меңдән ашыу марий халҡы йәшәй. Уларҙың ғөрөф-ғәҙәте, төрлө йолаларын, тарихын тергеҙеү маҡсатында үткәрелгән байрам киләһе йылда Мишкә районында үтәсәк.