Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Йәш егет Айҙар Зәкиров бер йыл дауам иткән үҙенсәлекле марофонына йомғаҡ яһаны. Ул 365 көн дауамында һәр иртә йүгереү менән шөғөлләнә. Иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан 20 градуслыҡ сатлама һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, Ағиҙел яры буйында 40-тан ашыу йәш егет һәм ҡыҙҙар йыйылды. Улар барыһы ла Айҙар Закировтың үҙенсәлекле марафонында ҡатнашыу саҡырыуын ҡабул иткән. Айҙар Закировтың хәҙер Мәскәү, Санкт-Петербург, Кавказ һәм хатта Алыҫ Көнсығышҡа тиклем меңдән ашыу фекерҙәштәре бар. Күптәр йүгереүҙең файҙалы икәнен белә, әммә әүҙем йәшәү рәүешенә ылығырға ынтылмай. Ә был марафон ул үҙеңде һынап ҡарау, ти йәштәр. Айҙар үҙенсәлекле марафондан тыш, шулай уҡ хәйриә менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, быйылғы беренсе эстафетаға килгән һәр ҡатнашыусы өсөн 365 һум аҡсаны мәрхәмәтлеккә йүнәлтәсәк.