Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк

Июндә граждандар фатирҙа электр энергияһын ҡулланған һәм дөйөм йорт ихтыяжы нормативы өсөн иҫәп аласаҡ. Айырманы иһә идара итеүсе компания түләйәсәк. Илгиз кәлимуллин күп ҡатлы йортта йәшәй. Был яңылыҡтың ул ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар, тигән фекерҙә.Икенсе яҡтан  — подъезды, баҫҡыс майҙансыҡтарын, лифттарҙы яҡтыртыу өсөн түләнмәй ҡалған айырманы идарасы компаниялар үҙҙәре түләйәсәк.Дөйөм йорт ихтыяжындағы электр энергияһын һаҡсыл тотоноуға хәҙер иғтибар бермә-бер артырға тейеш. Сөнки уның өсөн түләү йортта йәшәүселәрҙең кеҫәһенән түгел, ә идарасы компаниялар иҫәбенән башҡарыласаҡ. Шуға ла улар законһыҙ рәүештә тоташтырылған электр сымдары барлығын, хаталы мәғлүмәт биргән электр иҫәпләгестәрҙе асыҡларға тейеш. Әле иһә уларҙы яңыға алмаштырыу буйынса әүҙем эш башланған. Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙең яңы тәртибе идарасы компанияларға түләүҙәрҙе арзанайтырға тейеш. Күп ҡатлы тораҡ йорттарҙа йәшәүселәр тирә-яҡҡа иғтибарлы булһа электр энергияһы бушҡа сарыф ителмәйәсәк, ә был үҙ сиратында Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәрҙе кәметәсәк, ти белгестәр. Республикала күп фатирлы фондтың яртыһында дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләү әле алты проценттан артмай. Яңы ҡағиҙәләр идара итеүсе компанияларға һөҙөмтәлерәк эшләргә этәргес бирергә тейеш. Сөнки йорттарҙың сығымдарын тикшереү барышында уларҙың щиттарына предприятие, сауҙа киоскы, йә иһә светофор, хатта полиция пунктының тоташтырылған булыуы ла асыҡланған. Хәҙер идара итеүсе компаниялар сығымдарҙы күҙәтеп барасаҡ, сөнки уларҙы йортта йәшәгән кешеләрҙең иҫәбенә яҙа алмаясаҡ.