Яңы һынау

Яңы һынау

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, омикрон таралыу сәбәпле медицина учреждениеларында койкалар резервын күҙ уңында тоторға, дарыуҙар запасын әҙерләргә, йәнә ирекмәндәр штабының эшен йәйелдерергә, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә контролде көсәйтергә кәрәк. Коронавирус инфекцияһы көнүҙәк түгел, ә йәшәйештең айырылғыһыҙ өлөшө. КОВИД 19 менән бер рәттән, яңы штамм – омикронға ҡаршы көрәште яйға һалырға кәрәк. Һуңғыһы республикала 8 гражданда раҫланған дианоз. Сирлеләр Төркиә менән Танзаниянан ҡайтҡан сәйәхәтселәр. Радий Хәбиров медицина системаһының яңы һынауға әҙер булырға тейешлеген иҫкәртә. Сикләүҙәр үҙ көсөндә ҡалып, төбәк халыҡ ҡатнашлығындағы күп сараларҙы үткәреүҙән баш тарта. Хөкүмәт хәҙер эштең он-лайн режимына күсә.Бөгөн Башҡортостанда 126 меңдән ашыу кеше коронавирус менән сирләгән. Клиникаларҙағы пациенттарҙың 80-гә яҡыны ауыр хәлдә. Вице-премьер, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда, 2 миллион 128 мең кеше вакцинациялауҙың тулы курсын үткән.Медицина, мәғариф тармағы мәсьәләләрен ваҡытында хәл итһә лә, аграр секторҙа яңы проекттар кәрәк. Былтыр республика етештереүселәре 119 миллиард һумлыҡ продукция менән, Волга буйы федераль округында бишенсе урынға сыҡҡан. Уңыштар бар, тик етерелек түгел. Радий Хәбировтың һөҙөмтәгә үҙ ҡарашы. Башҡортостан ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә ышана. Сифатлы ризыҡты үҙ итеүселәр һәм уның менән сауҙа итергә теләүселәр артыуы йүнәлештең дөрөҫ булыуына ышаныс. Республика аграр өлкә продукцияһын әле 50-гә яҡын илгә экспортлай. Ауыл хужалығы нигеҙе ҡулланыусылар кооперативын тергеҙеүгә туранан-тура бәйле. Республика бөгөнгә иҡтисадтың был тармағын юғалтып, ҡайтанан тергеҙеү юҫығында. Башпотребсоюз хәҙер үҙ селтәрендә меңдән ашыу магазин булыуын теләй. Ауыл халҡынан емеш-еләк, һөйәк-һаяҡ йыйыу, быяла алыу кеүек онотола төшкән кәсептәрҙе тергеҙеү әһәмиәтен Радий Хәбиров айырым билдәләй. Ә Башҡортостан мәктәптәрен тулыһынса компьютерлаштырыу, интернет селтәренә тоташтырыу 2023-се йылда тамамланасаҡ. “Һанлы тигеҙһеҙлек” тигән төшөнсә яйлап юҡҡа сыға бара, тип иҫәпләй министр Геннадий Разумикин. Республика хәҙер интернет менән ауылдарҙы ғына түгел, ә район-ара юлдарҙы тәьмин итергә ниәтләй. Әммә, был проекттарҙы төбәккә үҙ өҫтөнә алырға тура киләсәк. Провайдерҙар сығымлы программаларҙан баш тарта, ти хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров. Башҡортостанда муниципаль ерҙәрҙе файҙаланыу һөҙөмтәлеген арттырыу йәһәтенән Радий Хәбиров яңы бурыстар ҡуя. Һандар ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ә райондар башлыҡтары эштән киткән саҡта ерҙәрҙе үҙләштереп өлгөрә.Ә аҙнаның тәүге эш көнө мәғариф системаһына бәйле яңылыҡтар менән иҫтә ҡаласаҡ. Башҡортостан ғилми проекттар өҫтөндә эш барған университеттарға 20 миллион һум аҡса бүлә.