Белем алыу – энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу. Туймазы ҡалаһында бишенсе йыл рәттән мәктәптә төҙөкләндереү эшен тамамлай алмайҙар. Тәфтиш комитеты был хәл буйынса енәйәт эше асҡан. Ҡышҡы каникулдар тамамланыу менән Алена һәм уның әсәһе өсөн сираттағы һынауҙар башлана. Ике бала әсәһе, Оксана һүҙҙәренсә, ваҡытында улар мәктәп янында фатир һатып алалар. Тик беренсе класска барыр алдынан белем усағында реконструкция башлана. Ҡаланың 5-се мәктәбе төҙөкләндереүгә ябылыу сәбәпле, Алена әсәһе менән ҡаланың икенсе яҡ осонда урынлашҡан уҡыу йортона йөрөргә мәжбүр. Инде дүртенсе йыл рәттән 500-ҙән ашыу бала икенсе мәктәптә белем алырға мәжбүр. Яртыһы индиструаль колледж бинаһында уҡыһа, икенсе яртыһы күрше белем усағына йөрөй. Ҡаланың 5-се мәктәп бинаһын үткән быуаттың уртаһында төҙөйҙәр. Балалар һаны артыу менән бер-нисә тапҡыр белем алыу йортона хатта төкәтмә төҙөйҙәр. Тик ваҡыты менән ике ҡатлы бина эшлектән сыға. Тап шунан һуң урындағы хакимиәт мәктәпкә 3-сө ҡатын төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәрен башларға ҡарар ҡабул итә. 1952-се йылда йәғни 70 йыл элек төҙөлгән ике ҡатлы мәктәптә реконструкция эштәре 2017 йылда башлана. Проектҡа ярашлы, объект икейыл эсендә сафҡа индерелергә тейеш була. Тик проект-смета документтарында имеш үҙгәрештәр индереү сәбәпле төҙөлөш туҡтатылған.
Өс йыл эсендә объекта ике подрядсы ойошма алмашына. Тик төҙөлөш майҙанында бер кирбестә урынынан ҡуҙғалмай. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, был урында яңы мәктәп төҙөп булмай. Ә төҙөлөштө тамамлар өсөн проек документтарына үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Марсель Сафин һүҙҙәренсә, мәктәптең нигеҙен нығытыу кеүек көтөлмәгән ҡатмарлыҡтар килеп сыҡҡан. Тап ошо сәбәпле ике подрядсы ойошма менән килешеүҙәрҙе өҙөргә тура килгән. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, төҙөкләндереүгә 193 миллион һум аҡса бүленгән. Был хәл менән республиканың тәфтиш комитеты ҡыҙыҡһынған.Әле объектта сираттағы, өсөнсө подрядсы ойошма билдәләнгән. Төҙөлөш ғинуар аҙаҡтарында башланырға тейеш.Яңы проектҡа ярашлы, белем усағында төҙөкләндереү эштәре 2022-се йылдың декабрь айында тамамланыр тип көтөлә.